Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ УРЪЯ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

Просмотров: 425

ЯҢЫ УРЪЯ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Байғужа а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 19 км алыҫлыҡта Уръя й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 517 кеше; 1920 — 401; 1939 — 318; 1959 — 256; 1989 — 148; 2002 — 144; 2010 — 149 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Уръя а. (хәҙ. Иҫке Уръя а.) мариҙары нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1865 й. 60 йортта 341 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 һыу тирмәне булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019