Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ УРЪЯБАШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 400

ЯҢЫ УРЪЯБАШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Төлдө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 9 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 83 км алыҫлыҡта Уръя й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 257 кеше; 1920 — 322; 1939 — 307; 1959 — 273; 1989 — 129; 2002 — 141; 2010 — 126 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 19 б. уртаһында Бөрө өйәҙе Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Уръябаш а. (хәҙ. Иҫке Уръябаш а.) кешеләре нигеҙ һала. 1865 й. 16 йортта 104 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ Яңы Аръябаш, Яңы Уръянбаш исемдәре м‑н теркәлгән. 1906 й. һыу тирмәне иҫәпкә алынған.

В.А.Акиев Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019