Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ УСТИНОВКА, Архангел р‑нындағы ауыл

Просмотров: 425

ЯҢЫ УСТИНОВКА, Архангел р‑нындағы ауыл, Архангел а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 5 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта Асҡын й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 239 кеше; 1920 — 244; 1939 — 132; 1959 — 326; 1989 — 225; 2002 — 268; 2010 — 159 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1892 й. граф Коссаковскийҙан һатып алынған ерҙәрҙә Вятка губернаһынан күсеп килеүселәр Устиновский ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. Устиновский (Воробьёвка) ҡасабаһында 32 йортта 202 кеше йәшәгән. 1906 й. мөгәзәй булған. 1920 й. Устиновка (Воробьёвка) а. һәм Устиновский утары иҫәпкә алынған. 1939 й. Воробьёвка а. (207 кеше) бүленеп сыҡҡандан һуң Яңы Устиновка а. (88 кеше) булараҡ теркәлгән, Устиновский утарында 45 кеше йәшәгән; 1959 й. Я.У. — 326 кеше, Воробьёвка а. — 94 кеше. 80‑се йй. башлап хәҙ. исем м‑н бергә иҫәпкә алына.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019