Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ УҪМАН, Т а р а у ы л, Бөрйән р‑нындағы ауыл

Просмотров: 404

ЯҢЫ УҪМАН, Т а р а у ы л, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Байғаҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 35 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 128 км алыҫлыҡта Бетерә й. (Үҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 162 кеше; 1920 — 262; 1939 — 164; 1959 — 200; 1989 — 316; 2002 — 390; 2010 — 414 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Иҫке Собханғол урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡпункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, 2 мәсет бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Уҫман/Иҫке Уҫман а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1891 й. 32 йортта 224 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет булған. Я.У. 5 км алыҫлыҡта Әсебар заказнигы урынлашҡан. Ә.Ә.Нурмөхәмәтов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019