Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ФЁДОРОВКА, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 771

ЯҢЫ ФЁДОРОВКА, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Ибрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 17 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 28 км алыҫлыҡта Күҙйылға й. (Ағиҙел й. басс.) үрге ағымында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 830 кеше; 1920 — 945; 1939 — 1070; 1959 — 925; 1989 — 741; 2002 — 821; 2010 — 799 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе терр‑яһында Ҡазан губернаһы Цивильский һәм Ядринск өйәҙҙәренең яңы суҡындырылған сыуаштарынан дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1811 й. алып билдәле. 1865 й. 65 йортта 437 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ Сениял исеме м‑н билдәле булған. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп, тимерлек, шарап һәм бакалея кибеттәре, мөгәзәй теркәлгән. 2005 й. ауылға 20 б. 20‑се йй. нигеҙләнгән Красный Восток ҡасабаһы ҡушыла. Д.Н. Карпов ошо ауылда тыуған.

М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019