Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ФЁДОРОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 386

ЯҢЫ ФЁДОРОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Ашҡаҙар а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 28 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 377 кеше; 1939 — 509; 1959 — 199; 1989 — 229; 2002 — 324; 2010 — 328 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельд­шер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 20 б. башында Стәрлетамаҡ өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Фёдоровка ҡасабаһы кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019