Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ХАЖИ, Краснокама р‑нындағы ауыл

Просмотров: 458

ЯҢЫ ХАЖИ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Ҡуян а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 71 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта Тектәм й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 433 кеше; 1920 — 556; 1939 — 366; 1959 — 328; 1989 — 304; 2002 — 335; 2010 — 339 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡуян урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1842 й. Бөрө өйәҙе Гәрә улусы Хажи/Иҫке Хажи а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. 47 йортта 357 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, тоҡ тегеү м‑н шө­ғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019