Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ХӘЛИЛ, Дыуан р‑нындағы ауыл

Просмотров: 413

ЯҢЫ ХӘЛИЛ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Мәсәғүт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 8 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 83 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 216 кеше; 1939 — 139; 1959 — 148; 1989 — 94; 2002 — 149; 2010 — 156 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Мәсәғүт лицейы филиалы), клуб бар.

Ауылға 1911 й. Златоуст өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Хәлил а. (хәҙ. Иҫке Хәлил а.) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала.

Н.И.Черепанова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019