Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ШАХ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 824

ЯҢЫ ШАХ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Һигеҙенсе Март а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 47 км һәм Талдыболаҡ т. юл ст. Т. табан 6 км алыҫлыҡта Талдыболаҡ й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 567 кеше; 1920 — 578; 1939 — 510; 1959 — 431; 1989 — 303; 2002 — 296; 2010 — 262 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1834 й. һәм 1865 й. араһында Бәләбәй өйәҙе Ҡыр‑Йылан улусы Шах а. (хәҙ. Иҫке Шах а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. 48 йортта 277 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, итек тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, урыҫ‑башҡорт уч‑щеһы теркәлгән. Ғ.Ә.Мәзитов ошо ауылда тыуған.

Т.И.Әминев, Ә.З.Әсфәндиәров Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019