Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХЛЕБНИКОВА Татьяна Дмитриевна

Просмотров: 393

ХЛЕБНИКОВА Татьяна Дмитриевна (8.1.1961, Өфө), биотехнолог. Химия ф. д-ры (2001), проф. (2010). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй: 2002 й. алып юғары уҡыу йортона тиклемге белем биреү үҙәге дир. урынбаҫары, 2015 й. башлап директоры. Фәнни хеҙмәттәре 1,3-дигетероциклоалкандарҙы синтезлау ысулдарын, уларҙың химик үҙсәнлектәрен, биол. активлығын өйрәнеүгә арналған. Х. ҡатнашлығында иген, йәшелсә һәм декоратив үҫемлектәрҙең стресҡа сыҙамлылығын арттырыусы экологик яҡтан зыянһыҙ булған юғары һөҙөмтәле үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгес фэтил эшләнә. 180-дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 9 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Регуляторы роста в адаптивной стратегии растениеводства. Уфа, 2009 (авторҙ.); 10 лекций по экологии: уч. пособие. Уфа, 2016 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019