Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХЛЕБОДАРОВКА, Мәләүез р-нындағы ауыл

Просмотров: 335

ХЛЕБОДАРОВКА, Мәләүез р-нындағы ауыл, Александровка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мә­ләүез т. юл ст. Т.-Көнс. табан 34 км алыҫлыҡта Үсҡаныш й. (Нөгөш й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 617 кеше; 1920 — 1163; 1939 — 347; 1959 — 808; 1989 — 414; 2002 — 350; 2010 — 253 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, сиркәү бар.

Ауылға 1837 й. Воскресенка а. крепостной крәҫтиәндәре (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре) Воскресенка заводы эргәһендәге торама булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Үсҡаныш исеме м-н теркәлгән. 1865 й. 52 йортта 358 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт-ҡ, ағас һауыт-һаба, арба һәм сана эшләү м-н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған.1906 й. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, тимерлек, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; кәсептәр араһында ылаусылыҡ булған. Ауыл эргәһендә Хлебодаровка мәмерйәһе урынлашҡан.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019