Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХЛЕБОДАРОВКА МӘМЕРЙӘҺЕ

Просмотров: 417

ХЛЕБОДАРОВКА МӘМЕРЙӘҺЕ, П о д а р о ч н ы й. Мәләүез р-ны Хлебодаровка а. көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Баш Алатау һыртының көнбайыш битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, урта карбон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Рәшәткә тибындағы лабиринт булдырған төньяҡ, төньяҡ-көнбайыш, көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш йүнәлешле горизонталь-ауыш коридорҙар һәм галереялар системаһынан ғибәрәт. Оҙонлоғо 3550,0 м, уртаса киңлеге 51,0 м, уртаса бейеклеге 2,3 м, тәрәнлеге 48,0 м, амплитудаһы 48,0 м, майҙаны 18,0 мең м2, күләме 42,0 мең м3. Ҡойо рәүешендәге инеү урыны (диам. 2—5 м, тәрәнлеге 9 м) Үсҡаныш й. (Ағиҙел й. басс.) кимәленән 507,1 м бейеклектә ята. Төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Хиросима залы (оҙонлоғо 25 м, киңлеге 19 м, бейеклеге 3—12 м) урынлашҡан,төньяҡ өлөшөндә шишмә аға. Һирәкләп һарҡып төшкән ҡайыр, мондмильх (паста һымаҡ кальцит массаһы), сталактиттар осрай. Түбәләре йыуылған, көмбәҙҙәр һәм торбалар бар. Иҙәне балсыҡ, ваҡ һәм эре таш м-н ҡапланған. Т-раһы яҡынса 8°C. Ярғанаттар йәшәй.

 

Ю.В.Соколов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019