Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХЛЁСТКИН Рудольф Николаевич

Просмотров: 364

ХЛЁСТКИН Рудольф Николаевич [27.6.1939, БАССР-ҙың Воскресенск р-ны ш. уҡ исемле а. (БР-ҙың Мәләүез р-ны) — 19.4.2011, Өфө], химик-технолог. Техник ф. д-ры (1983), проф. (1984). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998), СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1983), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1988), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2005). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1961) шунда уҡ эшләй: 1969 й. алып технология ф-ты деканы, 1977 й. – биохимия һәм микробиологик производство технологиялары каф. мөдире, 1986 й. башлап уҡыу-уҡытыу эштәре б-са проректор, 1992 й. – нефтехимия һәм химик тех­нологиялар каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре карбон кислоталары тоҙҙарының термик һәм термокаталитик әүерелеше реакцияларын өйрәнеүгә, ташып йәйелгән нефтте йыйыу ысулдарын уйлап табыуға арналған. Х. тарафынан термик тарҡалыу йүнәлештәре классификацияһы тәҡдим ителгән, тоҙҙарҙың термик сыҙамлылығы анион тибына һәм металл тәбиғәтенә бәйле булыуы асыҡланған. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 40 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Новое направление производства ароматических и гетероциклических дикарбоновых кислот: темат. обзор. М., 1977. (Серия: Нефтехимия и сланцепереработка) (авторҙ.); Сорбционный метод ликвидации аварийных разливов нефти и нефтепродуктов. М., 2001 (авторҙ.).

Ә.З.Бикҡолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019