Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ЭТЕКӘЙ, Я ң ы Ю л д а ш, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 679

ЯҢЫ ЭТЕКӘЙ, Я ң ы Ю л д а ш, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Батыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 5 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 21 км алыҫлыҡта Ауырғазы й. буйын­да урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 948 кеше; 1920 — 422; 1939 — 378; 1959 — 516; 1989 — 419; 2002 — 419; 2010 — 425 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 30‑сы йй. Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы Меркет а. (хәҙ. Мораҙым а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә Дүрттояҡ исеме м‑н нигеҙ һала. 1807 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр, 1811 й. мишәрҙәр килеп ултырған. 19 б. 1‑се ярт. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1865 й. Я.Э. (Дүртүләк) 80 йортта 570 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шө­ғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, мөгәзәй теркәлгән. 50‑се йй. Я.Э. 20 б. башында нигеҙләнгән Яңы Юлдаш а. ҡушылған.

М.Х.Сафин Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019