Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ЯБАЛАҠЛЫ ҠӘБЕРЛЕГЕ, археологик ҡомартҡыһы

Просмотров: 492

ЯҢЫ ЯБАЛАҠЛЫ ҠӘБЕРЛЕГЕ, Бура мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 16— 11 бб. ҡарай. Шишмә р‑ны Яңы Ябалаҡлы а. эргәһендә урынлашҡан. 1971—73 йй. В.С. Горбу­нов, С.М.Васюткин тарафынан асылған һәм өйрәнелгән, 1978 й. Р.А. Ниғмәтуллин тикшергән. Ҡурғанлы ҡәберлектәр иҫәбенә инә. Я.Я.ҡ.I ауылдан көньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 10 ҡурғандан тора, 9‑ы (диам. 6—28 м, бейеклеге 0,1—0,9 м) өйрәнелгән, һәр береһе аҫтында 1—12 ҡәбер табылған. Мәйеттәр ябай тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында (1,04— 2,9×0,72—2,1 м) һул ҡабырғаһына бөгәрләнгән килеш һалып, башы м‑н төньяҡҡа йәки төньяҡ­көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән. Керамика биҙәкһеҙ йәки өсмөйөштәр, һыныҡ һыҙыҡтар, һырҙар м‑н биҙәлгән банка рәүешендәге һауыттарҙан ғибәрәт. Өсмөйөштәр, горизонталь һы­ҙыҡтар һәм тешле штамп эҙҙәре м‑н биҙәлгән Бура—Алакүл (ҡара: Алакүл мәҙәниәте) тибындағы һауыттар осрай. Ҡәбергә биҙәүестәр (сикә сулпылары, беләҙектәр, муйынсаҡтар), ш. иҫ. 174 металл (алтын, көмөш, бронза) предметтан торған уникаль ҡатын‑ҡыҙ сулпыһы, һалынған. Я.Я.ҡ.II ауыл терр‑яһындағы Дим й. уң ярында урынлашҡан. Өс ҡурғандан тора, 1‑һе (диам. 14 м, бейеклеге 0,25 м) өйрәнелгән, уның аҫтында 4 ҡәбер табылған. Мәйеттәр ҡәбер соҡорҙарында (1,12—1,98×0,75—1,94 м) һул ҡабырғаһына бөгәрләнгән килеш һалып, башы м‑н төньяҡҡа йәки төньяҡ‑көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән. Керамика биҙәкһеҙ йәки ромбтар, өсмөйөштәр, горизонталь һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән банка рәүешендәге һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәбергә биҙәүестәр, көнкүреш кәрәк‑ярағы һалынған. Ҡомартҡы Бура һәм Алакүл мәҙәниәттәре ҡәбиләләренең үҙ‑ара мөнәсәбәт процесын сағылдыра. Материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Г о р б у н о в В.С. Курганы эпохи бронзы на правобережье р.Дёма (Башкирия) //Советская археология. 1977. №1; Морозов Ю.А., Нигматуллин Р.А. Погребальные памятники срубной культуры бассейна реки Дёма (Башкирское Приуралье). Уфа, 2003.

В.С.Горбунов Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019