Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ЯМУРҘА, Я ң ы Т ә п ә р е ш, Балтас р‑нындағы ауыл

Просмотров: 492

ЯҢЫ ЯМУРҘА, Я ң ы Т ә п ә р е ш, Балтас р‑нындағы ауыл, Үрге Янаҡтай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 10 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 79 км алыҫлыҡта Ҡарыш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 625 кеше; 1920 — 600; 1939 — 461; 1959 — 229; 1989 — 354; 2002 — 346; 2010 — 297 кеше. Мариҙар, баш­ҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Ҡыр‑Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Ямурҙа а. (хәҙ. Иҫке Ямурҙа а.) мариҙары Яңы Тәпәреш исеме м‑н нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1865 й. (хәҙ. исем) 31 йортта 193 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете, буяу оҫтаханаһы теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019