Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ЯНДЫҘ, Бөрө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 466

ЯҢЫ ЯНДЫҘ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Үрге Ласынтау а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 35 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 141 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында, Бөрө заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 530 кеше; 1920 — 1179; 1939 — 1214; 1959 — 911; 1989 — 418; 2002 — 362; 2010 — 286 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бөрө өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Яндыҙ а. (хәҙ. Дүртөйлө р‑ны Иҫке Яндыҙ а.) кешеләре нигеҙ һала. 1896 й. 59 йортта 367 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мөгәзәй булған. 1906 й. мәсет, 2 һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019