Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ЯУЫШ, Я у ы ш, Й ү р г ә к, Мәсетле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 479

ЯҢЫ ЯУЫШ, Я у ы ш, Й ү р г ә к, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Яңы Яуыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 32 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 100 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 109 кеше; 1959 — 133; 1989 — 491; 2002 — 531; 2010 — 550 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Оло Ыҡтамаҡ лицейы №1 филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Яуыш/Иҫке Яуыш а. (18 б. 2‑се ярт. Себер даруғаһы Дыуан улусы башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 60‑сы йй. ауылдар хәҙ. исем м‑н бер ауылға берләшкән.

Г.Т.Хөсәйенова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019