Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫБАЙ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 394

ЯҢЫБАЙ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Яңыбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 20 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 56 км алыҫлыҡта Исҡуш й. (Әй й. басс.) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 627 кеше; 1920 — 705; 1939 — 689; 1959 — 728; 1989 — 817; 2002 — 907; 2010 — 844 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Яңыбай урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Себер даруғаһы Дыуан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Старшина ярҙамсыһы Яңыбай Ҡалмаҡҡолов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Йәнебай булараҡ теркәлгән. 1795 й. 25 йортта 100 кеше йәшәгән, 1865 й. 75 йортта — 336 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, 2 бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған. 30—50‑се йй. Үрге һәм Түб. Яңыбай аа. булараҡ теркәлгән, һуңынан улар бергә иҫәпкә алынған. 70‑се йй. Я. 18 б. 2‑се ярт. нигеҙләнгән Миҙәт а. (М.И.Ғәйнетдинов, Миҙәт Миндийәровтың тыуған ере) ҡушылған.

Х.Ғ.Байморатова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019