Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫБАЙ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

Просмотров: 564

ЯҢЫБАЙ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Яңыбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 102 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 35 км алыҫлыҡта Ҡоруйыл й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 251 кеше; 1920 — 558; 1939 — 477; 1959 — 464; 1989 — 522; 2002 — 605; 2010 — 592 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1776 й. Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы Мәмбәтша а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Поход старшинаһы Яңыбай Ҡансурин исеме м‑н аталған. 1866 й. 32 йортта 161 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет теркәлгән. В.Х.Илембәтов, С.М. Күсәков ошо ауылда тыуған.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019