Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫБИРҘЕ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

Просмотров: 388

ЯҢЫБИРҘЕ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Рәжәп а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 27 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 86 км алыҫлыҡта Кеүәш й. (Баҙы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 890 кеше; 1920 — 1139; 1939 — 1002; 1959 — 836; 1989 — 362; 2002 — 364; 2010 — 324 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1706 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар килеп ултырған). 1865 й. 94 йортта 568 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 тирмән булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән. 1959—89 йй. Я. Иҫке Сөрмәт а. м‑н бергә Иҫке Сөрмәт а. булараҡ иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019