Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯППАР‑ЙӘНБӘК, М и ш к ә, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

Просмотров: 951

ЯППАР‑ЙӘНБӘК, М и ш к ә, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Имай‑Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 89 кеше; 1920 — 169; 1939 — 148; 1959 — 194; 1989 — 110; 2002 — 117; 2010 — 79 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Яппар а. (хәҙ. Иҫке Яппар а.) һәм Стәрлетамаҡ өйәҙенең Йәнбәк а. (хәҙ. Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Йәнбәк а.) кешеләре нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1896 й. 13 йортта 43 кеше йәшәгән. 1906 й. мәсет теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019