ЯПРЫҠ, Туймазы р‑нындағы ауыл
ЯПРЫҠ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Илсембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Көнб. табан 17 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1052 кеше; 1920 — 1385; 1939 — 970; 1959 — 830; 1989 — 698; 2002 — 659; 2010 — 755 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Туймазы урта мәктәбе №1 филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана, мәсет бар.
Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1719 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Юлыш Япрыҡов билдәле. 1742 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр, яһаҡлы татарҙар, керҙәш башҡорттар, 1748 й. ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәрҙең, 1776 й., 1794 й. керҙәш башҡорттарҙың, 1782 й. яһаҡлы татарҙарҙың яңы төркөмө күсеп ултырған. 1795 й. 16 йортта 112 кеше йәшәгән, 1865 й. 99 йортта — 586 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, почта станцияһы булған. 1906 й. мәсет, 4 бакалея кибете, 3 мөгәзәй теркәлгән.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов