Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯРАТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 462

ЯРАТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ярат а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 30 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 71 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 150 кеше; 1920 — 183; 1939 — 132; 1959 — 459; 1989 — 564; 2002 — 599; 2010 — 516 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (башҡорт халыҡ театры), китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Ҡарағужа а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Әхмәр һәм Абдулла Яратовтар билдәле. 1795 й. 23 йортта 150 кеше йәшәгән, 1866 й. 27 йортта — 154 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1920 й. Үрге Ярат булараҡ иҫәпкә алынған.

Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019