Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХОВАНСКИЙ Пётр Иванович

Просмотров: 368

ХОВАНСКИЙ Пётр (Меньшой) Иванович (1648—1716), кенәз, хәрби эшмәкәр. Баяр (1677). Полк воеводаһы. С.Т.Разин етәкс. 1670—71 йй. ихтилалды, 1705—06 йй. Әстерхан ихтилалын, К.А.Булавин етәкс. 1707—09 йй. ихтилалды, башҡорт ихтилалын (1704—11) баҫтырыуҙа ҡат­нашыусы. 1672—73 йй. Сембер воеводаһы, 1682 й. Мәскәү суд приказы судьяһы, 1692—94 йй. һәм 1706 й. Әстерхан воеводаһы. 1708 й. ғин. Пётр тарафынан Мәскәүҙән Ҡазан һәм Өфө өйәҙҙәрендәге ихтилалды баҫтырырға ебәрелә. Февр. — майҙа үткән һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә баш күтәреүселәр м-н һуғышты туҡтатыу, әсирҙәрҙе азат итеү, тартып алынған малды ҡайтарыу т-да килешеүгә өлгәшә. Йәй уртаһында Х. 8 меңлек ғәскәр м-н Түб. Волга буйына казактар ихтилалын баҫтырырға ебәрелә.

Әҙәб.: Х о в а н с к и й С.А. Родословная рода князей Хованских (Никитичей) //Летопись Историко-родословного общества в Москве. 1913. Вып.1 — 2.

А.Н.Пинтсон

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019