Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯР‑БИШҠАҘАҠ, Ишембай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 519

ЯР‑БИШҠАҘАҠ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Урман‑Бишҡаҙаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 7 км һәм Салауат т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 418 кеше; 1920 — 396; 1939 — 447; 1959 — 435; 1989 — 468; 2002 — 504; 2010 — 539 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Тәлтем‑Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып Бишҡаҙаҡ исеме м‑н билдәле. Шулай уҡ Смаҡ булараҡ теркәлгән. 1795 й. 25 йортта 196 кеше йәшәгән, 1865 й. 35 йортта — 215 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ, сабата үреү, арба һәм сана яһау, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Уч‑ще булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. М.Ө. Хәмиҙуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019