ЯРКАЛОВ Алексей Назарович
ЯРКАЛОВ Алексей Назарович [ысын исеме Йәркәев Хөснулла Хәбибназар улы; 28.12.1920, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Инйылға а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 1972, Дүшәнбе], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июненән Төньяҡ, Ленинград, 3‑сө Балтик буйы һәм 2‑се Белоруссия фронттарында 1‑се удар армияның 44‑се гвардия уҡсылар див. 133‑сө гвардия уҡсылар полкында батареяның орудие ком. булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н гвардия өлкән сержанты Я. 1944 й. авг. Валга ҡ., 6—7 окт. Сигулда ҡ. һәм 1945 й. 14—18 ғин. Сероцк ҡ. (Польша) тирәһендә барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1947) Дүшәнбелә йәшәй һәм эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ, 1‑се (1945), 2‑се һәм 3‑сө (1944 й. нояб. һәм сент.) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән.
Ф.Н.Вәхитов, И.Ғ.Кәримова
Тәрж. М.Х.Хужин