Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯРЛЫ КӘРИМ

Просмотров: 874

ЯРЛЫ КӘРИМ [ысын исеме Кәримов Ғабдулла Әхмәтвәли улы; 1901, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Айыт а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 1937, Өфө], шағир. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ф.Кәримдеңағаһы. Төрлө мәҙрәсәләрҙә, Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик ун‑тында (Мәскәү, 1921—22) уҡый. Граждандар һуғышы йылдарында Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһының сәйәси хеҙм‑ре була. 1920—26 йй. “Башҡортостан хәбәрҙәре”, “Башҡортостан” гәз. редакцияларында, РКП(б)‑ның Стәрлетамаҡ өйәҙ ком‑тында һ.б. ойошмаларҙа эшләй. Ярлы псевдонимын үҙенең дуҫы Д.Бедный псевдонимына оҡшатып ала. Я.К. революцион пафос, яңы идеология м‑н һуғарылған “Коммунист”, “Мин ҡайттым”, “Минең илһамым” һ.б. шиғырҙары ваҡытлы матбуғатта баҫыла. Әҫәрҙәренең күпселек өлөшө Граждандар һуғышы осоронда юғала. “Интернационал”ды беренсе тапҡыр башҡорт теленә тәржемә итә (1920).

Р.Н.Ханнанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019