Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯРЛЫҠ

Просмотров: 449

ЯРЛЫҠ (төркисә — фарман, әмер, бойороҡ), айырым кешеләргә, халыҡ төркөмдәренә, ҡәбиләләргә хоҡуҡтар һәм өҫтөнлөктәр биреү т‑да документ; тәүҙә Монгол империяһында таралыу ала. Я. төрҙәре: указдар, закондар, адм. күрһәтмәләр, жалованный грамоталар (суюргаль — хәрби хеҙмәт өсөн ер биреү, хеҙмәт — вазифа биреү, һаҡлау — илселәр һәм сауҙагәрҙәрҙең именлеге, ҡуртым — ҡаҙна пр‑тиеларына идара итеү һ.б. т‑да), килешеү грамоталары (башҡа дәүләт башлыҡтары йәки үҙ вассалдары м‑н килешеүҙәр), Я.‑мөрәжәғәттәр һ.б. Алтын Урҙала, Ҡазан ханлығында һ.б. урындарҙа Я. хужаларының ер милкенә һәм мөлкәтенә һалым һалынмаған. Башҡорт ырыу‑ҡәбиләләренең абруйлы вәкилдәренә (хандарға, ҡәбилә башлыҡтарына, бейҙәргә, мосолман руханиҙарына һ.б.) Сыңғыҙхан нәҫеле тарафынан бирелгән Я. билдәле, уларҙа хәрби хеҙмәт (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) өсөн башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен, урындағы үҙидараһын һаҡлау гарантиялана. Төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы “Сыңғыҙнамә”лә Майҡы бей, Мөйтән бей, Тамъян бей, Юрматы бей һ.б. башҡорт ырыуҙары башлыҡтарының Я. алыуҙары т‑да белешмә бирелә. Үҫәргән ырыуы шәжәрәһенә ярашлы 1219 й. Мөйтән бей Сыңғыҙхандан Ағиҙел, Тубыл, Ишем (Иртыш й. тиклем) йй. басс. буйҙарындағы, Яйыҡ й. үрге ағымындағы ерҙәрҙе биләү т‑да Я. ала. 1398 й. Алтын Урҙа ханы Хәйҙәрғәли (1467—79 йй. хакимлыҡ иткән Ҡазан ханы Ибраһим тарафынан раҫланған) һәм 1523 й. Ҡазан ханы Сәхибгәрәй тарафынан башҡорттарға бирелгән Я. тархан титулының быуындан‑быуынға тапшырылыуын, ер милкенең һәм мөлкәттең яһаҡтан азат ителеүен раҫлаған.

Әҙәб.: А с ф а н д и я р о в А.З. Башкирские тарханы. Уфа, 2006.

Ю.М.Йосопов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019