Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯРЛЫҠАПОВ Абрар Бәҙретдин улы

Просмотров: 438

ЯРЛЫҠАПОВ Абрар Бәҙретдин улы [12.7.1942, БАССР‑ҙың Матрай р‑ны Матрай а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны)], иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1997), проф. (2007). Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы (1985—87). БАХИ‑ны (1964), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (1974) һәм Ижт. фәндәр акад. (1981; икеһе лә — Мәскәү) тамамлаған. 1964 й. алып Хәйбулла р‑нында эшләй: “Башҡортостан” иген с‑зында өлкән агроном, 1965 й. — ВЛКСМ район ком‑тының 1‑се секретары. 1966 й. башлап ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑тында (1968—72 йй. 1‑се секретарь), 1974—78 йй. ВЛКСМ ҮК‑нда бүлек мөдире, 1981 й. — КПСС ҮК‑нда инструктор, консультант, 1991—95 йй. БР‑ҙың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиле, 1999 й. алып Мәскәү Хөкүмәтенең төбәк‑ара бәйләнештәр һәм милли сәйәсәт ком‑ты рәйесе урынбаҫары, 2003 й. башлап Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте акад. (Мәскәү) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге АСК‑ның инновацион үҫешенә һәм финанс яғынан тәьмин ителеүенә, ерҙе иҡт. баһалау теорияһына һәм практикаһына арналған. РФ Конституцияһы проектын әҙерләүҙә ҡатнаша (1993). БАССР ЮС‑ының 7—8‑се саҡырылыш депутаты. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 2011 й. алып “Экономика и управление: проблемы, решения” (“Иҡтисад һәм идаралыҡ: проблемалары, ҡарарҙары”) ж. баш мөхәррире. Халыҡтар дуҫлығы (1988), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Приоритеты инноваций и управление АПК. М., 1995; АПК: точки роста. М., 2002; Аграрная экономика. Основные понятия. М., 2010 (авторҙ.).

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019