Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХОЛОДНЫЙ КЛЮЧ, Көйөргәҙе р-нындағы ауыл

Просмотров: 778

ХОЛОДНЫЙ КЛЮЧ, Көйөргәҙе р-нындағы ауыл, Шәбағыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. Көнб. табан 17 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Оло Юшатыр й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 280 кеше; 1959 — 335; 1989 — 347; 2002 — 364; 2010 — 317 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 30-сы йй. Мораптал с-зын ойоштороуға бәйле Холодный Ключ фермаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50-се йй. аҙ. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 2004 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019