Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХОМЕНТОВСКИЙ Александр Степанович

Просмотров: 904

ХОМЕНТОВСКИЙ Александр Степанович (24.3.1908, С.-Петербург — 14.3.1986, Ырымбур ҡ.), геолог. СССР ФА-ның мөхбир ағзаһы (1960), геол.-минералогия ф. д-ры (1954), проф. (1955). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Себер технология ин-тын тамамлаған (Томск ҡ., 1930). Фәнни эшмәкәрлеге Себерҙәге һәм Көньяҡ Уралдағы күмер ятҡылыҡтарының классификацияһы, тектоникаһы һәм барлыҡҡа килеү законлыҡтары мәсьәләләренә арналған. Х. етәкс. Көньяҡ Урал һоро күмер бассейны сиктәрендә һәм башҡа урындарҙа яңы ятҡылыҡтар асыуға булышлыҡ иткән һоро күмер ятыштарын контролдә тотоуҙың геол.-тектоник ысулы эшләнгән. 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1976—86 йй. Рус география йәмғиәтенең Ырымбур бүлексәһе рәйесе. СССР-ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1950).

М.Ғ.Моталов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019