ХОМЯКОВ Илларион Мартемьянович
ХОМЯКОВ Илларион Мартемьянович [17.11.1918, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Никольский а. (БР-ҙың Нуриман р-ны) – 20.3.2002, Өфө], геофизик, инженер-электрик. Техник ф. д-ры (1968), проф. (1971). Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1968). Генерал-майор-инженер (1972). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск тау ин-тын (1942), С.М.Будённый ис. Хәрби Ҡыҙыл байраҡлы элемтә акад. (Ленинград, 1947) тамамлаған. 1942—74 йй. Совет армияһында: 1947 й. алып Үҙәк элемтә базаһының радио цехы (Щербаков ҡ.) нач.; 1949 й. башлап Дәүләт үҙәк полигонында (Капустин Яр-1 ҡ.): 1960 й. алып үлсәүҙәр б-са, 1962 й. – ғилми-тикшеренеү эштәре б-са нач. урынбаҫары; 1963й. башлап Пермь юғары команда-инженерлыҡ уч-щеһында махсус ҡоралдарҙы эксплуатациялау каф. нач.; 1965 й. алып 5-се ғилми-тикшеренеү һынауҙар үткәреү полигонында ғилми-тикшеренеү эштәре б-са, 1967 й. – ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-һынау эштәре б-са нач. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1970—74 йй. Мәскәү авиация ин-тының “Восход” филиалында электр радиоһы ҡоролмалары һәм идара итеү системалары каф. (бөтәһе лә – Ленинск ҡ.) мөдире. 1974—99 йй. ӨДАТУ-ла эшләй: электромеханика ф-ты, 1977—89 йй. идара итеү системалары ф-ты деканы, бер үк ваҡытта 1975—91 йй. авиация электр ҡорамалдары каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ракета-йыһан техникаһын полигонда һынауға, стратегик тәғәйенләнешле ракеталарҙың хәрби әҙерлеген күтәреү проблемаһына арналған. 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ленин (1968), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Халыҡтар дуҫлығы (1982) орд. м-н бүләкләнгән. Өфөлә Х. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Хеҙм.: Основы теории надёжности авиаприборов. Методы оценки и обеспечения надёжности. Уфа, 1977 (авторҙ.); Незабываемые годы. Уфа, 2001.
А.И.Хомяков
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов