Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХОТЯНОВСКИЙ Константин Дмитриевич

Просмотров: 559

ХОТЯНОВСКИЙ Константин Дмитриевич (17.6.1937, Баҡы), актёр, режиссёр. БР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1996). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1965). Әзербайжан нефть һәм химия ин-тын (Баҡы, 1960), Б.В.Щукин ис. Театр уч-щеһын (Мәскәү, 1974; В.А.Эуфер курсы) тамам­лаған. 1961 й. алып Аҡтүбә, Балашов, Березники, Каменск-Уральский, Прокопьевск, Свердловск, Силәбе, Уральск һ.б. ҡалалар театрҙары актёры, режиссёры. 1983—87 йй. һәм 1991—2003 йй. Стәрлетамаҡ урыҫ драма театры реж., 1988—91 йй. һәм 2003—12 йй. актёры. Х. актёр эштәренә ролдәрҙе сағыу кәүҙәләндереү һәм тасуирлау сараларының бай булыуы хас. Төп ролдәре: Дэви (“Афродита утрауы” — “Остров Афродиты”, А.Парнис; дебют, Баҡы урыҫ драма театры, 1960), Освальд (“Өрәктәр” — “Привидения”, Г.Ибсен), Рыцарь (“Майҙандағы борғосо” — “Трубач на площади”, Л.А.Жуховицкий), Ланцелот (“Аждаһа” — “Дракон”, Е.Л.Шварц; режиссёрлыҡ дебюты, Ҡыҙыл ҡ. Драма театры, 1970), улар араһында сатирик киҫкенлек һәм гротеск алымдарын ҡулланыу м-н айырылып торған комик образдар өҫтөнлөк итә: Яичница (“Өйләнеү” — “Женитьба”, Н.В.Гоголь), Император Альтоум (“Принцесса Турандот”, К.Гоцци). Х. реж. эштәренә художество идеяһының тәрәнлеге һәм киҫкенлеге, образлылыҡ, сәхнә эксперименттарына һәм яңы формалар эҙләүгә ынтылыш хас: “Роза тамғаһы” (“Татуированная роза”; Т.Уильямс), “Анфиса” (Л.Н.Андреев), “Мөғжизә тыуҙырыусы” (“Сотворившая чудо”; У.Гибсон), “Камелияһыҙ ханым” (“Дама без камелий”; Г.Рэттиган) һ.б. Ж.Ануйҙың “Һабан турғайы” (“Жаворонок”), Р.Роуздың “Асыуланған 12 ир” (“12 разгневанных мужчин”) пьесаһы б-са “12 асыулы” спектаклдәрендә хәҙ. замандың киҫкен соц. һәм әхлаҡи проблемалары күтәрелә (бөтәһе лә — Стәрлетамаҡ урыҫ драма театры).

И.А.Бондарева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019