ХӨРӘФӘТ, ы р ы м
ХӨРӘФӘТ, ы р ы м, 1) тәбиғи булмаған күренештәргә ышаныу; мифологияның ҡушма өлөшө. Х. башҡорттарҙың анимистик, тотемистик һ.б. мәжүси ҡараштарын (ҡара: Исламға тиклемге дини инаныуҙар) сағылдыра. 2) кеше тормошондағы ваҡиғалар м-н билдәле күренештәрҙе мистикаға бәйләп юрау (ҡара: Һынамыш). Х. халыҡтың хужалыҡ эшмәкәрлеге тибын, уның донъяға ҡарашын, психологияһын, традицияларын һәм йолаларын сағылдыра. Башҡорт Х. 1) тотемистик һәм анимистик ҡараштарға (ҡара: Тотемизм, Анимизм): “Туҙбаш йыланды үлтерһәң, йортҡа ҡаза килә”, “Ҡойроҡло йондоҙ афәт килтерә”, “Ерҙәге ташты ҡуҙғалтһаң, ел сығыр” һ.б.; 2) кешенең физиол. үҙенсәлектәренә: “Ҡаш бер-береһенә яҡын булып үҫһә, кеше кәләште яҡындан ала”, “Оло ҡолаҡлы кеше ялҡау була”; 3) хужалыҡ-көнкүреш эшмәкәрлегенә: “Тауыҡ, өйрәк, ҡаҙҙы көтөү ҡайтҡанда баҫырға ултыртһаң, себеш күп була”, “Һыйыр игеҙ быҙаулаһа, йә үҙ башына, йә хужаның башына булыр” һ.б. бәйле. Х. нигеҙендә тыйыуҙар барлыҡҡа килгән: “Утҡа төкөрмә, ауыҙың ҡутырлар”, “Кис иҙән һепермә – фәҡирлек килер”, “Бала яңағына таянып ултырмаһын – етем ҡалыр”. Х. күп халыҡтарҙың фольклорында осрай. Әҙәб.: Г а л и н С.Ә. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. Өфө, 2004; Башҡорт халыҡ ижады. 10-сы т. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. Өфө, 2006; Башкирское народное творчество. Т.7. Пословицы, поговорки. Приметы. Загадки. Уфа, 1993.
Л.Н.Абдрахманова, И.С.Сырлыбаева
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов