Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӨСНИ Усман

Просмотров: 385

ХӨСНИ Усман (ысын исеме Хөснөтдинов Усман Хөснөтдин улы; 1895, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Һынны-Илсембәт а., хәҙ. БР-ҙың Благовар р-ны Иҫке Һынны а., — 30.11.1948, Өфө), тел белгесе. 1910—13 йй. Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Боҙаяҙ а. (БР-ҙың Ҡырмыҫҡалы р-ны) мәҙрәсәһендә уҡыған, К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин-тын тамамлаған (1934). 1921 й. алып Өфө пед. техникумында, 1935—48 йй. К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин-тында эшләй. Башҡорт тел ғилеме проблемаларына, башҡорт телен уҡытыу методикаһына арналған хеҙмәттәр, ш. уҡ урта мәктәптәр һәм вуздар өсөн дәреслектәр һәм уҡытыу-методик әсбаптар авторы.

Хеҙм.: Телтерминдары. Өфө,1935(авторҙ.); Башҡорт теле. Грамматика һәм дөрөҫ яҙыу. Өфө, 1938 (авторҙ.).

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019