Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӨСӘЙЕН, Белорет р-нындағы ауыл

Просмотров: 385

ХӨСӘЙЕН, Белорет р-нындағы ауыл, Шығай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнб. 30 км һәм Белорет т. юл ст. К.-Көнб. табан 29 км алыҫлыҡта Оло Рәз й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 372 кеше; 1920 — 484; 1939 — 290; 1959 — 187; 1989 — 263; 2002 — 264; 2010 — 238 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Шығай урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 2-се ярт. Верхнеурал өйәҙе Тамъян-Түңгәүер улусы Шығай а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Д.С.Йәнгәрәев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019