Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӨСӘЙЕН ҠУРҒАНДАРЫ

Просмотров: 380

ХӨСӘЙЕН ҠУРҒАНДАРЫ, 9—10 бб. археологик ҡомартҡыһы. Әбйәлил р-ны Хөсәйен а. көньяҡ-көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Мүклекүл ярында урынлашҡан. 1965—66 йй. Н.А.Мәжитов тарафынан асылған һәм тикшерелгән. Тупраҡ өйөп яһалған ҡурғанлы ҡәберлектәр (диам. 5,5—12 м, бейеклеге 0,15—0,8 м) иҫәбенә инә. Ҡомартҡы 12 ҡурғандан тора, һәр береһе аҫтында 1—4 ҡәбер табылған. Ҡурған өйөмдәрендә ҡорал, ат егеү кәрәк-ярағы, биҙәүестәр осрай. Мәйеттәр ҡәбер соҡорҙарында (тәрәнлеге 1,7 м тиклем), ҡайһы берҙә табуттарҙа салҡан һалып, башы м-н төньяҡҡа, төньяҡ-көнбайышҡа, көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Парлап яруслы ерләү (өҫкө яруста ҡатын-ҡыҙ, аҫҡы яруста – ир- ат, үҫмер табылған, тип фараз ителә) асыҡланған. Ҡәбергә Кушнаренко мәҙәниәтенә ҡараған балсыҡ һауыттар һәм Турбаҫлы мәҙәниәте һауыттары фрагменты, биҙәүестәр (бронза беләҙектәр, йөҙөк, сулпылар, көмөш һырғалар һәм сулпылар, ваҡ быяла бөртөктәренән эшләнгән муйынсаҡтар, тимер балдаҡ), ат егеү кәрәк-ярағы (тимер ауыҙлыҡ­тар, өҙәңгеләр, элмәктәр), ҡорал (тимер уҡ башаҡтары, бысаҡтар, ҡылыс, туҙҙан эшләнгән һаҙаҡ), бил ҡайыштары (бронза, тимер, көмөш пластинкалар, ш. иҫ. ат фигураһы рәүешендәге пластинкалар, айылдар, тимер ҡаптырмалар), көнкүреш әйберҙәре (һөйәк тишкес, сылбырлы бронза балғалаҡ) һалынған, ш. уҡ 8—9 бб. ҡараған 4 ғәббәсиҙәр тәңкәһе (ҡара: Аҡса), туҡыма ҡалдығы (ебәк), хайуан (башлыса ат башы) һөйәктәре табылған. Ҡомартҡы Урта быуат дәүерендә Көньяҡ Уралға төрки ҡәбиләләрҙең килеп ултырыу процесын сағылдыра. Х.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Мажитов Н.А., Султанова А.Н. История Башкортостана. Древность. Средневековье. Уфа, 2009.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. Д.К.Үзбәков 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019