Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮЖНЫЙ УРАЛ, ҡытай шыҡтымы сорты

Просмотров: 649

ЮЖНЫЙ УРАЛ, ҡытай шыҡтымы сорты. 20 б. 60‑сы йй. Л.С.Новикова (Ботаника баҡсаһы; ҡара: Ботаника­ баҡса‑институты) тарафынан Amabilis Superbissima һәм Avalanche сорттарын гибридлаштырыу ысулы м‑н сығарыла. Йыш ултыртылған аҙ япраҡлы ҡыуаҡ, бейеклеге 80 см тиклем. Һабағы нәҙек, антоциан төҫөндә. Япрағы уртаса оҙонлоҡта, йәшел, ялтыр, өс тапҡыр өсәрле, аҫ яҡтан бер аҙ төклө. Сәскәһе (40‑ҡа тиклем) ҡатмарлы таж япраҡлы роза формаһында, алһыу, диам. 13 см тиклем. Еҫе уртаса. Сәскә һабы ныҡлы. Июнь аҙ. сәскә ата (10—11 көн). Декоративлығы 91 балл. Емеше күп япраҡлы. Ҡышҡа, ҡоролоҡҡа сыҙамлы сорт, ауырыуҙар һәм ҡоротҡостар м‑н зарарланмай. Вегетация осоро 163 көнгә тиклем. Ҡыуаҡ бүленеү юлы, үҫеш стимуляторҙары м‑н эшкәрткәндә — йәшел һабаҡсалары (үҫемлектәрҙең сәскәгә төймәләнеү фазаһында) м‑н үрсей. БР б‑са ҡулланылышҡа 2008 й. индерелгән, көнь­яҡ­ урман‑дала­ зонаһында үҫтерелә.

Л.Н.Миронова,­А.А.Реут

Тәрж.­Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019