Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮЗИЕВ Илдар Ғафур улы

Просмотров: 724

ЮЗИЕВ Илдар Ғафур улы (3.1.1933, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Ямаҙы а. — 21.12.2004, Ҡазан), шағир, драматург. ТР‑ҙың халыҡ шағиры (1993). РСФСР‑ҙың (1983) һәм ТАССР‑ҙың (1979) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Н.Ғ. Юзиев­тың ҡустыһы. 1950—54 йй. Ҡазан пед. ин‑тында уҡыған, М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы тамамлаған (Мәскәү, 1973). Ҡазанда йәшәй һәм эшләй: 1954 й. алып “Пионер” ж. яуаплы секретарь, 1966 й. — “Чаян” (“Саян”) ж. әҙәби хеҙм‑р; 1967—71 йй. ТАССР Яҙыусылар союзында әҙәби консультант, 1977—87 йй. рәйес урынбаҫары, 1973—76 йй. “Казан утлары” (“Ҡазан уттары”) ж. бүлек мөдире, һуңынан “Сабантуй” (“Һабантуй”) гәз., “Сәхнә” ж. хеҙм‑р. “Таныш моңдар” (1956), “Миләүшә” (1968), “Мәңгелек менән осрашыу” (1984), “Шиғырҙарым, йырҙарым” (1997) шиғри йыйынтыҡтары, “Әсәй” (1959), “Таш диуарҙар ауазы” (1973; бөтәһе лә — татар телендә) поэмалары һ.б. авторы. Шиғриәтенең төп үҙенсә­лектәре: лиризм, моңлолоҡ, формалар теүәллеге. Ю. драматургияһына сюжет оригиналлеге, романтик пафос хас. Уның пьесалары б‑са Башҡорт­ драма­ театрында­“ Һандуғастар килгән беҙгә” (1974), “Һөйгәнемдең тыуған көнө” (1987), “Аҡ ҡалфағым төшөрҙөм ҡулдан...” (1991) һ.б. спектаклдәр ҡуйылған. ТАССР‑ҙың Ғ.Туҡай ис. Дәүләт пр. (1980), М.Йәлил ис. пр. (1968) лауреаты. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1968). Тыуған ауылында Ю. музейы эшләй (2008), уның исеме м‑н урам аталған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Яҙылмаған поэма: поэмалар, балладалар һәм шиғырҙар. Өфө, 1979; Төндәр ке­үек зәңгәр һағыштарым: шиғырҙар һәм поэмалар. Өфө, 2004.

Тәрж.­Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019