Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӨСӘЙЕНОВ Зиннур Мирсәлихйән улы

Просмотров: 344

ХӨСӘЙЕНОВ Зиннур Мирсәлихйән улы (25.4.1939, БАССР-ҙың Туймазы р-ны Аҙнағол а. – 1.7.2005, Төмән өлк. Нижнесортымский ҡсб), тау инженеры. Техник ф. д-ры (1999), проф. (2000). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм-ре (1994), РФ-тың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм-ре (1997), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1981), РФ-тың почётлы нефтсеһе (1995), РФ яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙм-ре (1998), СССР-ҙың уйлап табыу­сыһы (1985). ӨНИ-не тамамлаған (1966). 1957 й. алып “Башнефть” ПБ-нда: “Октябрьскнефть”, 1966 й. – “Чекмагушнефть” нефть промыслалары идаралыҡтарында эшләй. 1969 й. башлап “Татнефть” ПБ-ның “Актюбанефть” нефть промыслалары идаралығында (ТАССР-ҙың Аҡтүбә ҡала тибындағы ҡасабаһы). 1972 й. алып “Оренбургнефть” ПБ-нда (“Сорочинскнефть” НГДУ-һының үҙәк инженерлык-технология хеҙмәте нач.). 1974 й. башлап “Удмуртнефть” ПБ-нда: Игра НГДУ-һында баш инженер, 1979 й. – Ижевск НГДУ-һында начальник. 1987 й. алып “Сургутнефтегаз” ААЙ-нда: “Сургутнефтепромхим” технологик процестарҙы химиялаштырыу идаралығы нач., “Лянторнефть” НГДУ-һында баш инженер, 1988—2003 йй. “Нижнесортымскнефть” НГДУ-һы начальнигы. Фәнни хеҙмәттәре скважиналарҙың оптималь эш режимдарын табыу, асфальтлы-ыҫмалалы һәм парафинлы ултырмаларҙы прогнозлау һәм уларҙан таҙартыу методикаларын булдырыуға арналған. Х. тарафынан тәүге тапҡыр штангалы скважина насосы, нефть табыуҙы интенсивлаштырыу өсөн химик реагенттар һәм композициялар тәҡдим ителгән һәм производствоға индерелгән. 30-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт, 9 уйлап табыу авторы. Ханты-Манси авт. округы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма ком-ты рәйесе. Хеҙмәт Ҡы­ҙыл Байраҡ (1986), “Почёт Билдәһе” (1976) орд. м-н бүләкләнгән.

Р.Х.Хәзипов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019