Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮЛАЙ, Ш ы ғ а н а й, Салауат р‑нындағы ауыл

Просмотров: 796

ЮЛАЙ, Ш ы ғ а н а й, Салауат р‑нындағы ауыл, Әлкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 15 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 14 км алыҫлыҡта Атнашъяҙы й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 203 кеше; 1920 — 110; 1939 — 307; 1959 — 192; 1989 — 164; 2002 — 140; 2010 — 123 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Әлкә урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Себер­ даруғаһы Шайтан‑Көҙәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1740 й. алып Шығанай (Шығанай­ Борсаҡов исеме б‑са, тип фараз ителә) исеме м‑н билдәле. 1770 й. ауылда П.С.Паллас булып киткән. 1795 й. 26 йортта 93 кеше йәшәгән, 1865 й. 33 йортта — 190 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән. 1941 й. башлап хәҙ. исемен (Юлай­ Аҙналин исеме б‑са) йөрөтә.

Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019