Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХРАМОВ Алексей Васильевич

Просмотров: 386

ХРАМОВ Алексей Васильевич (25.2. 1909, Бәләбәй ҡ. — 14.11.1978, Өфө), рәссам. БАССР-ҙың атҡ. рәссамы (1974). Рәссамдар союзы ағзаһы (1934). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлаған (1930; педагогтары Л.В.Лезенков, И.Н.Самарин).

1930 йй. Х. ижадының төп темалары — индустриялаштырыу һәм коллективлаштырыу. “Өфө станцияһында паровоздарға махсус ремонт” (1932), Баймаҡ һәм Бөрйән р-ндарына барып ҡайтыу һөҙөмтәләре булған “Колхоз баҫыуында”, “Түбә руднигы” һ.б. эштәрендә кешеләрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте, ваҡыт атмосфераһы сағылдырылған; был райондарҙа рәссам ш. уҡ башҡорт халыҡ сәнғәте әйберҙәренең һүрәттәрен (бөтәһе лә — БДХМ-да) яһаған. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары тыуҙырған халыҡ ҡаһарманлығы, батырлыҡ темалары “Чапаев һәм Фрунзе Өфө эргәһендәге алыштарҙа” (1947), “Генерал Шайморатов” (1955), “Салауат ғәскәре” (1950—60 йй.) һ.б. полотноларында күҙәтелә. Йомшаҡ пластика, һалмаҡ ритмика, юғары төҫтәр шәлкеме хас булған пейзаждары тыныс тормоштоң лирик картиналарын (“Көҙ етте”, 1970; “Дим йылғаһы”, 1977), мөһабәт Уралдың матурлығын (“Таш Урал”, 1973; “Утрауҙар”, 1960—70 йй.) сағылдыра. Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһы ағзаһы. 1928 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан. БР-ҙа (1980—2009), Мәскәү (2003), Златоуст (2004) ҡалаларында 20-гә яҡын шәхси күргәҙмәһе булған. Эштәре БДХМ, Милли музей, С.Т.Аксаковтың йорт-музейы (ҡара: Аксаков музейы), Халыҡ ижады музейы (Бәләбәй) коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м-н бүләкләнгән (1943). Өфөлә Х. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Алексей Храмов. Живопись: каталог /авт.-сост. А.Н.Борецкий, О.Г.Храмова. Уфа, 2010.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019