Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮЛАЙ АҘНАЛИН

Просмотров: 697

ЮЛАЙ АҘНАЛИН (1729; башҡа мәғлүмәттәр б‑са 1730, Себер даруғаһы Шайтан‑Көҙәй улусы Тәкәй а. — 1797 й. һуң, Эстляндия губ. Балтик Порты ҡ.), Крәҫтиәндәр­ һуғышында­ (1773—75)­ ҡатнашыусы, Е.И.Пу­гачёв полковнигы. Себер­ даруғаһының Шайтан‑Көҙәй улусы Юлай а. башҡорто. Шул уҡ улустың старшина­­һы. Польша ­походында (1771—73) күрһәткән батырлығы өсөн бәләкәй ғәскәр байрағы м‑н бүләкләнә. 1773 й. көҙөндә ихтилалға ҡушыла. 1774 й. июнь—окт. Пугачёвтың­ ҡушыуы б‑са Себер даруғаһы судьяһы вазифаһын башҡара. Июль—окт. Ю.А. отряды Ҡытау‑Ивановка­ заводын­ ҡамауҙа ҡатнаша. Нояб. Силәбе ҡ. подполковник И.Л.Тимашевҡа ғәйебен танып килә. Ҡазан­ йәшерен комиссияһында, һуңынан Сенаттың Йәшерен экспедицияһындағы Мәскәү бүлегендә һәм Өфө провинция канцелярияһында тикшереү аҫтында була. Тән язаһына дусар ителә, Балтик Портына ғүмерлеккә һөргөнгә ебәрелә.

И.М.Гвоздикова

Тәрж.­М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019