Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХРИЗМАН Илья Анисимович

Просмотров: 558

ХРИЗМАН Илья Анисимович (ысын исеме Эля Нусинович; 1901, Екатеринослав ҡ. – 1988, Өфө), химик. Химия ф. канд. (1936), проф. (1961). СССР-ҙың атҡ. уйлап табыусыһы, БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡ. химигы, СССР-ҙың химия сәнәғәте отличнигы, БАССР- ҙың мәғариф отличнигы. Днепропетровск халыҡ мәғарифы ин-тын тамамлаған (1926). 1929 й. алып Днепропетровск ҡ. вуздарында уҡытҡан. 1938 й. башлап Украина ССР-ы ФА-ның Л.В.Писаржевский ис. Физик химия ин-ты (Киев) дир. урынбаҫары. 1943—87 йй.ӨАИ-ла (1973 й. тиклем дөйөм химия каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре аммиакты синтезлау һәм тимерҙе азотлаштырыу катализы һәм химик кинетикаһына, Көньяҡ Урал бассейны һоро күмерҙәрен комплекслы файҙаланыуға, минераль сеймалды анализлау ысулдарын камиллаштырыуға, ағынты һыуҙарҙы таҙартыуға, сәнәғәт ҡалдыҡтарын утилләштереүгә, химия уҡытыу методикаһын камиллаштырыуға арналған. Х. ҡатнашлығында майлағыс-һыуытыу һәм синтетик йыуыу саралары, ҡорос сымдың цинк ҡаплауы ҡалынлығын, марганец мәғдәндәрендә кремнекислотаны билдәләү ысулдары, һоро күмер һ.б. маркировкалау өсөн хроматографик анализ ысулдары уйлап табылған; металл изделиеларҙы консервациялау өсөн коррозия ингибиторы сифатында углеводород майлағысында алюмин алкоголяты тәҡдим ителгән; Белорет металлургия комб-тында, Күмертау вертолёт з-дында, ӨПЭПБ-ла һ.б. индерелгән. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 14 уйлап табыу авторы. Д.И.Менделеев ис. Бөтә Союз химиктар йәмғиәтенең Башҡ-н респ. идараһы (1944—79 йй.; ҡара: Химиктар союзы), Фәнни-техник йәмғиәттең өлкә советы (1967 й. алып) рәйесе.

Н.Ә.Әмирханова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019