Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ЮЛАЙ МЕНӘН САЛАУАТ”, эпос

Просмотров: 380

“ЮЛАЙ МЕНӘН САЛАУАТ”, башҡорт ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑сәсмә формала йәшәй. 20 б. башында М.А.Буранғолов­тарафынан Ғәбит­сәсәндән­яҙып алына. Төп темаһы — башҡорт халҡының милли‑колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәше. Эпос 2 хронологик ҡатламдан тора. Беренсеһендә Аҙналы, Юлай­ Аҙналин, уның башҡорт ерҙәрен законһыҙ рәүештә баҫып алған заводсыларға ҡаршы көрәше т‑да бәйән ителә. Батша властарына башҡорт ерҙәрен талау т‑дағы хат м‑н мөрәжәғәт итә, уларҙан яуап алмағас, Юлай тыуған ерҙәрен һаҡлау өсөн халыҡты күтәрә. Уңышһыҙ алыштарҙан һуң ул эҙәрләүселәрҙән тауҙарҙа йәшенә. Икенсе ҡатлам Салауат­ Юлаевҡа ­арналған; уның балалыҡ йылдары, үҫмер сағы тасуирлана. Салауат батыр булып үҫә, яҡшы белем ала, уның донъяға ҡарашын Байыҡ­ Айҙар­ м‑н осрашыуҙар формалаштыра. Крәҫтиәндәр­ һуғышы­ (1773—75)­ башланғас, Салауат үҙенең ғәскәре м‑н Е.И.Пугачёвҡа­ ҡушыла. Еңелеүҙән һуң яраланған Салауат әсирлеккә эләгә. Башҡорттарҙың берҙәм булмауын тәнҡитләп, эпос халыҡты берләшергә саҡыра. Эпостың машинкала баҫылған тексы Ғилми ­архивта­ һаҡлана.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 5‑се т. Тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр (иртәктәр). Өфө, 2000.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж.­Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019