Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮЛАМАН ҠУШАЕВ

Просмотров: 453

ЮЛАМАН ҠУШАЕВ (1729 й. һуң — ?), Крәҫтиәндәр­ һуғышында ­(1773—75)­ ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв генералы. Себер­ дару­ғаһының Ҡара‑Табын улусы башҡорто. Поход старшина­һы. 1773 й. дек. ихтилалға ҡушыла, Исәт­ провинцияһында баш күтәреүселәр хәрәкәтенә етәкселек итә. 1774 й. ғин.—февр. И.Н.Грязнов­ м‑н бергә Силәбе­ ҡәл­ғәһен­ ҡамауҙа һәм баҫып алыуҙа ҡатнаша. Пугачёвтың­ Төп ғәскәре составында 3 июндә Үрге Ҡыйғы а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны), 5 июндә Себер даруғаһының Тырнаҡлы улусы Уразмәт­а. янында — И.И.Ми­хельсон,­ Пермь провинцияһының Әшит ҡәлғәһе (хәҙ. Свердловск өлк. Әшит ҡасабаһы) эргәһендә подполковник А.В.Папав етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа, 19—21 июндә Уҫыны ҡамауҙа һәм алыуҙа, 12 һәм 15 июлдә Ҡазан янындағы алыштарҙа ҡатнаша. Июль аҙ. Баҙарғол ­Юнаев ­м‑н полк. Е.А.Ступишин етәкс. ғәскәрҙең Урал аръяғы буйлап хәрәкәтенә ҡаршы тора. 22 нояб. әсиргә алына һәм Силәбе ҡәлғәһенә подполковник И.Л.Тимашевҡа килтерелә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.М.Гвоздикова

Тәрж.­М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019