Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХРОМ МӘҒДӘНДӘРЕ

Просмотров: 511

ХРОМ МӘҒДӘНДӘРЕ, хромит мәғдәндәре, сәнәғәт өсөн металл сығарыуға яраҡлы миҡдарҙа һәм берләшмәләрҙә хром булған тәбиғи минераль ҡатламдар. Төп мәғдән минералдары хромшпинелидтар. Файҙалы ҡушылмалары — ағалтын һәм платиноидтар, зарарлылары — марганец, цинк, ванадий. Х.м. ятҡылыҡтары базальтоид һәм ультраһелтеле составтағы магмаларҙың кристаллашыуы ваҡытында формалашҡан үҙ магмалы ҡатламдарына ҡарай. Ҡара металлургияла, химия сәнәғәтендә ҡулланыла. БР-ҙа Белорет һәм Учалы мәғдән райондарының дунит-гарцбургит формацияһындағы дуниттарҙа, аподунит серпентиниттарында тупланған. 1870—1945 йй. үҙләштерелгән 100-гә яҡын ваҡ ятҡылыҡ һәм мәғдән сығанағы билдәле; уларҙа хромит запастары бер нисә тиҫтәнән бер нисә йөҙ мең тонна тәшкил иткән. Запастар б-са Дәүләт комиссияһы клас­сификацияһына ярашлы мәғдәндәре ярлы (Cr2О3 миҡдары 35%-тан кәм).

Әҙәб.: К о в а л ё в С.Г., С а л и х о в Д.Н. Полезные ископаемые Республики Башкортостан (хромитовые руды). Уфа, 2000.

П.Г.Бердников

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019