ХАРИСОВА Илмира Миңнулла ҡыҙы
ХАРИСОВА Илмира Миңнулла ҡыҙы (25.1.1960, БАССР-ҙың Әлшәй р-ны Раевка а. – 4.4.2007, Өфө), соц. гигиенист. Мед. ф. д-ры (1995), проф. (1996). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998). БДМИ-ны (1985) һәм ӨДИСА-ны (2006) тамамлаған.1991 й. алып БДМУ-ла уҡыта (1997 й. — йәмәғәт һаулығы һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу каф. мөдире). 2001 й. башлап Өфө хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы нач., 2003 й. – хакимиәт башлығы урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге эре ҡала шарттарында ғаиләнең мед.-соц. проблемаларын өйрәнеүгә, ҡатын-ҡыҙҙарға һәм балаларға мед. ярҙамы ойоштороуға арналған. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Характеристика болезней сердечно-сосудистой системы среди населения крупного города. Уфа, 1999 (авторҙ.); Медико-социальная экспертиза и реабилитация инвалидов вследствие болезней системы кровообращения. Тула, 2001 (авторҙ.).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина