Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАУСТОВ Валентин Иванович

Просмотров: 632

ХАУСТОВ Валентин Иванович (24.7. 1884,Рязань губ.Коленцы а.—?), Өфө губернаһынан 4-се Дәүләт думаһы (1912—17) депутаты. 1902 й. алып РСДРП ағзаһы. 1902—03 йй. Социал- демократтар һәм социал-революционерҙарҙың Өфө ойошмаһында тора. Революцион эшмәкәрлеге өсөн бер нисә тапҡыр ҡулға алына. Думала социал-демократтар фракцияһы ағзаһы. 1917 й. сент. Эшсе һәм һалдат депутаттары советының Бөтә Рәсәй ҮБК, Рәсәй респ. Ваҡытлы Советы ағзаһы итеп һайлана. Советтарҙың 2-се Бөтә Рәсәй съезын әҙерләү маҡсатында Урал, ш. иҫ. Башҡортостан, ҡалаларында булып китә. 1918 й. көҙөндә Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты яҡлы була, меньшевиктарҙан Өфө ҡала думаһына һайлауҙарҙа ҡатнаша. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019